Беренсе бүлектә, Башҡортостандың дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге Дәүләт академия симфоник оркестрына ҡушылып, 12 музыкант бала башҡорт классикаһы әҫәрҙәрен башҡарасаҡ.
Икенсе бүлектә танылған музыканттар – жюри ағзалары, элекке миҙгелдәрҙең лауреаттары сығыш яһай.
Жюри составында:
Артур НӘЗИУЛЛИН, БР-ҙың халыҡ артисы, кларнетсы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия симфоник оркестры директоры;
Шәүрә СӘҒИТОВА, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, пианист, композитор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы мөдире;
Артур ҒАЙСАРОВ, БР-ҙың халыҡ артисы, ҡурайсы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыка башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы доценты, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы;
Виктория СИМОНОВА, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, лектор музыка белгесе, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы;
Илшат МӨСЛИМОВ, БР-ҙың халыҡ артисы, скрипкасы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия симфоник оркестры солисы һәм концертмейстеры.
Концерт 18 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.
“Елкән” телеконкурсы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы тарафынан булдырылған.