+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2024, 07:31

Өфөлә кадет балы булды

Өфөлә, Ауыл хужалығы министрлығының колонналы залында, кадет балы булды. Матурлыҡ һәм нәфислек байрамын үткәреү беҙҙә йолаға ла әйләнеп киткән инде.

Өфөлә кадет балы булдыӨфөлә кадет балы булды
Өфөлә кадет балы булды

Балда уҡыусылар фигуралы Вена вальсында, кадет вальсында өйөрөлдө, полонез һәм падеграс башҡарҙы. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат уҡыусыларының сығышы айырым иғтибарҙы тартты.

Балда Башҡортостан ҡалалары һәм райондарындағы кадет синыфтарынан 160 уҡыусы ҡатнашты.

Сарала уҡытыусылар бүләкләнде, уларға хөкүмәт һәм ведомство наградалары, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Байрам аҙағында бал принцы һәм принцессаһы һайланды. Был исемдәр Өфөнөң 130-сы мәктәбе уҡыусылары Сергей Гаевой менән Аделина Хәйретдиноваға бирелде.

Сығанаҡ: Башинформ.

Өфөлә кадет балы булды
Өфөлә кадет балы булды
Өфөлә кадет балы булды
Өфөлә кадет балы булды
Өфөлә кадет балы булды
Өфөлә кадет балы булды
Өфөлә кадет балы булды
Өфөлә кадет балы булды
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас