+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2024, 08:07

Самбо форумына ҡунаҡтар килде

Рәсәй самбоһы хөрмәтенә махсус ливрея алған «Россия» авиакомпанияһы самолеты кисә Өфө аэропортына ултырҙы. Тарихи лайнер бортында баш ҡалабыҙға Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаттары, Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев, Орел өлкәһенең самбо федерацияһы президенты Анатолий Якунин, билдәле спортсылар килде.

Самбо форумына ҡунаҡтар килдеСамбо форумына ҡунаҡтар килде
Самбо форумына ҡунаҡтар килде

Башҡортостан аэропортында ҡунаҡтарҙы ҡурай моңо, сәк-сәк,  ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.

Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев әйтеүенсә, Рәсәй Геройҙары иҫтәлегенә арналған “Йондоҙ” Бөтә Рәсәй самбо турниры форум сараларының береһе буласаҡ.

– Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә “Рәсәй самбо өсөн” федераль проектын башлайбыҙ. Ҙур сара буласаҡ был. Бөгөн беҙҙе ҡаршы алған бөтә Башҡортостан халҡына, шулай уҡ «Россия» авиакомпанияһына рәхмәт.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

2023 йылда, самбоның 85 йыллыҡ юбилейы йылында, Рәсәй Президенты Владимир Путин 16 ноябрҙә “Самбо көнөн билдәләү тураһында”ғы указға ҡул ҡуйғайны.

Белешмә:

Самбо илебеҙҙә ХХ быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килә һәм милли спорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә. Самбо – спорт алышы төрө генә түгел, ә кешенең әхлаҡи һәм ихтыяр сифаттарын, илһөйәрлекте һәм гражданлыҡты үҫтереүсе тәрбиә системаһы. Әлеге ваҡытта самбо популяр спорт төрҙәренең береһе булып тора, 1 миллиондан ашыу кеше самбо менән шөғөлләнә, ул Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә таралған. Самбо сит илдәрҙә киң популярлыҡ яулаған – 99 милли самбо федерацияһы бар.

Сығанаҡ: Башинформ.

Самбо форумына ҡунаҡтар килде
Самбо форумына ҡунаҡтар килде
Самбо форумына ҡунаҡтар килде
Самбо форумына ҡунаҡтар килде
Самбо форумына ҡунаҡтар килде
Самбо форумына ҡунаҡтар килде
Самбо форумына ҡунаҡтар килде
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас