“Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев турнирҙың 800 ҡатнашыусыны йыйыуын һәм халыҡ-ара кимәл алыуын билдәләне.
«Самбо – беҙҙең милли спорт төрө. Бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләйем. Бөгөн еңмәһәгеҙ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, иң мөһиме – алға барырға, шул сағында эшегеҙ уңыр. Самбо – йәштәрҙә илһөйәрлек, ныҡлыҡ тәрбиәләргә ярҙам иткән спорт төрө. «Zа самбо» партия проекты иң уңышлыларҙың береһе булып тора», — тине Владимир Якушев.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙың яңы Көрәш һарайындағы тәүге спорт сараһы, тәүге ярыш булыуын билдәләне.
Спортсыларға, тренерҙарға, көйәрмәндәргә сәләм һүҙҙәре һәм теләктәре менән Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин һәм Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак мөрәжәғәт итте. Улар икеһе лә, Көрәш һарайында булдырылған шарттар спортсыларҙы матур алыштарға, еңеүҙәргә этәрергә тейеш, тип билдәләне.
Ярышҡа рәсми стартты Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев бирҙе.
Сығанаҡ: Башинформ.