Композиторҙар әҫәрҙәрендә һәм профессиональ эшкәртеүҙәге халыҡ көйҙәрендә шанлы һәм данлы тарихыбыҙ, рухыбыҙ сағыла. Йәш башҡарыусылар музыкаль мираҫты бөтә оҫталығын, һәләтен һәм тырышлығын һалып уйнаны.
Дәүләт симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин “Елкән” конкурсы тураһында бына нәмә ти:
“Кисә башҡорт академик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың «Елкән» IV телевизион конкурсы тамамланды.
Телевидение булышлыҡ иткән конкурстар күп, әммә был конкурс шуныһы менән үҙенсәлекле: классик һәм халыҡ инструменттарында уйнаған балалар өс турҙа нәҡ башҡорт академик музыкаһын башҡара. Күп кенә әҫәрҙәр авторҙар тарафынан махсус рәүештә ошо конкурс өсөн яҙыла һәм, әлбиттә, улар Башҡортостандың башҡарыу тарихында ҡаласаҡ.
Балалар “Тамыр” телеканалында оҙон юл үтте, һайлап алыу һәм икенсе турҙы каналда күрһәттеләр, ә финалды улар Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия симфоник оркестры менән ҙур сәхнәлә башҡарҙы.
Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайым һәм артабан да ижади уңыштар теләйем!”
Конкурсты “Тамыр” балалар-йәштәр телеканалы БР Мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Рәсәйҙең милли проекттары. Мәҙәниәт” программаһы сиктәрендә үткәрҙе. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр булды.