БР мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин социаль селтәрҙә белдереүенсә, Тимур икенсе йыл инде яһалма аң өлкәһендә тәрән белемдәргә эйә булыуын күрһәтә, призлы урындар яулай. Тимурҙы ҡотлап, етәксе уны ғаиләһенең, уҡытыусыларының, бөтә республиканың ғорурлығы тип атаған.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов ҡотлаған, Олимпиада илдең төпкөл төбәктәрендәге балаларға ла киләсәктә IT белгестәре һөнәрен үҙләштереүгә юл асыуын билдәләгән. Олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, улар вуздарға ингәндә өҫтөнлөк ала.
Сығанаҡ: Башинформ.