Бер нисә көн дауамында Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө шулай уҡ Иглин, Ҡалтасы райондары спортсылары Башҡортостандың иң яҡшы шашкасылары исеменә йөҙ шаҡмаҡлы таҡтала көрәште. Ҡатнашыусылар араһында - үҙ йәш категорияларында Донъя һәм Европа беренселектәренең ғәмәлдәге еңеүселәре һәм призерҙары Софья Степанова, Илдар Ғиләжев, Алина Динисламова, Сафия Танһыҡҡужина, шулай уҡ Рәсәй беренселектәренең ғәмәлдәге еңеүселәре һәм призерҙары.
Турнирҙы асыу тантанаһында 64 шаҡмаҡлы таҡтала шашка буйынса донъя беренселеге триумфаторҙары һәм уларҙың тренерҙары приздар, шулай уҡ көслө алҡыштар менән бүләкләнде. Улар Софья Степанова (тренеры – Янис Сафин, Ишембай ҡалаһы), Алина Динисламова (тренеры – Ольга Беллер, Өфө ҡалаһы), Самира Булташева (тренеры – Ринат Рысаев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы).
Кубок өсөн 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында ныҡышмалы көрәш араһында Самира Булташева Һәм Милана Хазеева бер үк һанда мәрәйҙәр менән финишҡа сыға, шулай уҡ бөтә өҫтәмә күрһәткестәр ҙә тигеҙ була. Беренсе еңеүгә тиклем өҫтәмә матч талап ителә. Беренсе алышта тигеҙ иҫәп теркәлә, ә икенсе партияла, Булташева аҡтар менән еңә һәм беренселектең алтын миҙалын яулай.
Тантаналы ябыуҙа еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы республика спорт Министрлығының миҙалдары һәм грамоталары менән бүләкләнеләр. 11 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында классик һәм йәшен тиҙлегендәге программаларҙа – Булташева Самира (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) һәм Буранов Илдар (Ишембай ҡалаһы), тиҙ Программала Динисламова Алина (Өфө ҡалаһы) һәм Меньков Эмиль (Өфө ҡалаһы) еңеүсе булды.
17 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында классик программала степанова Софья (Ишембай ҡалаһы) һәм Киреев Ринат (Ишембай ҡалаһы), «йәшен» тиҙлегендә Танһыҡҡужина Сафия (Өфө ҡалаһы) һәм Байназаров Илхан (Өфө ҡалаһы) еңеү яулай, ә тиҙ уйында Танһыҡҡужина Сафия (Өфө ҡалаһы) һәм Ғиләжев Илдар (Ишембай ҡалаһы) иң көслөләр була (өфө).