Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! https://vk.com/app7198399_-41010454#poll673db13e17ea9d2b4f9f0c07 "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА! Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!
Азалия Тулыбаева. Әбйәлил районының Асҡар ауылынан.
”Таһир Кусимов” исемендәге гимназияһының 3”А” синыфы уҡыусыһы булам.
Мин шиғырҙар һөйләргә, бейеү түңәрәгенә йөрөргә, бәйгеләрҙә ҡатнашырға яратам. Буш ваҡытымда һеңлемдең сәстәренә төрлө прическалар эшләүе оҡшай.
Амелия Юлдашбаева. Әлшәй районының Шафран ауылынан.
“Бейергә, йырларға, рәсем төшөрөргә әүәҫмен. Ваҡ таштарҙан (бисер) бүләккә беләҙектәр яһап, яҡындарымды, дуҫтарымды шатландырырға яратам.
Беҙ ғаиләбеҙ менән Башҡортостандың мәғрүр тауҙарына менергә яратабыҙ”.
Диана Валеева. Туймазы районының Серафимовка ауылынан.
“Мин 5-се “б” синыфында белем алам. Иң яратып, көтөп алған дәрестәрем башҡорт теле. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Буш ваҡытымда шиғырҙар ятлайым, әсәйемә булышам. Хыялым уҡытыусы булыу.
Дарина Мостовик. Туймазы районы Серафим ауылынан.
“Быйыл беренсе синыфта уҡыйым. Башҡорт теле дәресендә уҡытыусым "Аманат" журналы менән таныштырҙы. Журналды синыф менән яратып уҡыйбыҙ.
Буш ваҡытта китап уҡыйым, һүрәт төшөрәм, тышта уйнайым, ҡыш көнө саңғыла йөрөйөм. Мин төрлө әкиәттәр уҡырға, ҡурсаҡтарға кейем тегергә яратам. Ҙур үҫкәс, башҡорт теле уҡытыусыһы булғым килә.
Самира Зарипова. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан.
“Бейеү минең өсөн иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Кистән ғаиләмә көн дә бәләкәй генә концерт ойошторам йырлайым, бейейем. Шулай уҡ башватҡыстар сисергә, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын уҡырға яратам”.