Өфөлә етем студенттарға стипендия булдырылды. Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтың тейешле ҡарары баш ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында баҫылған.
«Өфөнөң һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмаларында уҡыған етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға 2024-2025 уҡыу йылына Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы стипендияларын тәғәйенләргә», — тиелә документта.
Түләү ҡаланың опека һәм попечителлек идаралығы аша башҡарыла. Шулай уҡ идаралыҡҡа Өфө хакимиәте башлығы стипендияһын тәғәйенләү тураһында дипломдар тапшырыу тантанаһын үткәреү бурысы йөкмәтелде.
Документта стипендияның күләме билдәләнмәй.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда етем балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бирә башлайҙар.