+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь , 11:37

Минең һөйөклө әсәйем

Әсәйемдең яратҡан шөғөлдәре бик күп. Иң яратҡаны - төрлө ризыҡтар бешереү. Ул ҡайһы бер ризыҡтарҙың рецептарын үҙе уйлап таба. Әсәйем беҙҙе - ҡыҙҙарын бәлештәр, өсмөйөштәр, ваҡ бәлештәр, торттар, бауырһаҡтар бешерергә өйрәтә. “Беҙҙең өйҙән хушбуй еҫтәре түгел, ә тәмле ризыҡ еҫтәре килеп тора. Мин хужабикәләремдән уңдым,” – тип атайым беҙҙе шаяртып маҡтап та ала.

Минең һөйөклө әсәйем
Минең һөйөклө әсәйем

Минең иң яҡын һәм иң ҡәҙерле кешем - әсәкәйем! Уның исеме Дилбәр. Уға 47 йәш. Минең әсәйем Туймазы ҡалаһында газ эшкәртеү заводында оператор булып эшләй. Эше уның бик яуаплы һәм һәр ваҡыт иғтибарлылыҡ талап итә. Әсәйемдең эш урыны ҡалала булғанлыҡтан, ул сәғәт 5-тә тороп эшенә китә. Ул эшен бик ярата, үҙен дә эшендә бик хөрмәт итәләр.

Әсәйем арыу-талыу белмәҫ кеше. Беҙҙе, өс ҡыҙын тәрбиәләргә лә, иркәләргә лә, өй эштәребеҙҙә ярҙам итергә лә, тәм-томдар менән беҙҙе һыйларға ла, еләк-емеш үҫтерергә лә, өйөбөҙҙө бөхтәлектә тоторға ла өлгөрә. Өйҙә торған көндәрендә беҙҙе иркәләп уята, сәстәребеҙҙе матур итеп үреп, мәктәпкә оҙатып ҡала. Әсәйемдең яратҡан шөғөлдәре бик күп. Иң яратҡаны - төрлө ризыҡтар бешереү. Ул ҡайһы бер ризыҡтарҙың рецептарын үҙе уйлап таба. Әсәйем беҙҙе - ҡыҙҙарын бәлештәр, өсмөйөштәр, ваҡ бәлештәр, торттар, бауырһаҡтар бешерергә өйрәтә. “Беҙҙең өйҙән хушбуй еҫтәре түгел, ә тәмле ризыҡ еҫтәре килеп тора. Мин хужабикәләремдән уңдым,” – тип атайым беҙҙе шаяртып маҡтап та ала. Әсәйемдең икенсе яратҡан шөғөлө - иҫке әйберҙәрҙән кәрәкле икенсе яңы әйберҙәр эшләү. Буш тартмаларҙан, шешәләрҙән бына тигән матур һәм уңайлы вазалар, шкатулкалар яһап ҡуя. Ултырғыс, өҫтәл, карауат япмаларын да әсәйем үҙе тегә. Аяҡ-ҡулдарыбыҙға нәски, бейәләйҙәр ҙә әсәйем үҙе бәйләй. Шундай уған ул - беҙҙең әсәй! Ял көндәрендә беҙ спорт менән дә шөғөлләнәбеҙ. Спорт - әсәйемдең өсөнсө яратҡан шөғөлө. Йәйен рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, ҡышын саңғыла елдерәбеҙ.

Беҙ ҙә үҫкәс әсәйебеҙгә оҡшап, уңған хужабикә лә, яғымлы әсәй ҙә, тырыш, аҡыллы, төрлө яҡтан һәләтле лә булғыбыҙ килә. Әсәйебеҙгә ҡояш ғүмере теләйбеҙ!

Мөфтәхова Лина, Туймазы районы, Серафим ауылы.

Минең һөйөклө әсәйем
Минең һөйөклө әсәйем
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: