+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь , 13:46

Әсәйем-ҡояшым

Һәр кешенең донъяла иң ҡәҙерле кешеһе-ул Әсәй! Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙ эсенә, әйтерһең дә, бөтә донъя һыйған. Эйе, ысынлап та, әсә йөрәге бөйөк тә, наҙлы ла, яғымлы ла, мәрхәмәтле лә, ҡайғыртыусан да, һиҙгер ҙә.  

Әсәйем-ҡояшым
Әсәйем-ҡояшым

Һәр кешенең донъяла иң ҡәҙерле кешеһе-ул Әсәй! Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙ эсенә, әйтерһең дә, бөтә донъя һыйған. Эйе, ысынлап та, әсә йөрәге бөйөк тә, наҙлы ла, яғымлы ла, мәрхәмәтле лә, ҡайғыртыусан да, һиҙгер ҙә.

 Минең әсәйем Замира исемле. Ул Илеш районында тыуып үҫкән. Әсәйем күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән үк ул тырыш, үткер, уңған ҡыҙ булып үҫә. Мәктәпте гел бишле билгеләренә генә тамамлап, Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң, Өфө 4-се балалар поликлиникаһында эшләй башлай. Әсәйем йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, эшен бик яуаплы, тәүәккәл башҡара.Үҙен бәләкәй пациентлар бик тиҙ арала яратып та өлгөрәләр. Әсәйем бигерәк тә бала күңелле кеше ул. 2022 йылда беҙ ғаиләбеҙ менән Серафим ауылына күсеп килдек. Түбәнге Троицк ауылында әсәйебеҙ баш шәфҡәт туташы булып эшләй башлай. Әсәйем ҡайҙа ғына эшләмәһен, бөтә ерҙә үҙен хөрмәт итәләр, яраталар. Беҙ ғаиләлә биш бала үҫәбеҙ.  Әле әсәйебеҙ бәләкәй һеңлебеҙ Аиша менән өйҙә ултыра, уны тәрбиәләй. Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн күктәге ҡояш һымаҡ берәү генә: йылыта ла, иркәләй ҙә, наҙлай ҙа. Беҙ әсәйебеҙҙе бик яратабыҙ. Уның алтын ҡулдары шундай уңған, шундай йомшаҡ, шундай көслө, бар ергә лә өлгөрә. Өҫ-баштарыбыҙҙы йыуа ла, үтекләй ҙә, кейендерә лә; тәмле-тәмле ризыҡтар менән дә һыйлай; өй эштәребеҙҙә лә ярҙам итә; тәҙрә төптәрен тултырып гөлдәр ҙә үҫтерә; өйөбөҙҙө лә бөхтәлектә тота; еләк-емеш үҫтерергә лә өлгөрә. Нисек кенә бар эшкә лә етешә микән? Шуға ла беҙ һеңлем Кәмилә менән әсәйемдең уң ҡулдары. Беҙ ҡыҙҙар әсәйебеҙгә өй эштәрендә ярҙам итәбеҙ. Ә ағайым Әмирхан менән ҡустым Әмир атайыбыҙға йорт –ҡура эштәрендә иң ҙур ярҙамсылар.

Шулай бер-береңә ярҙам итеп, бер-береңде ҡурсалап, һөйөп, хөрмәт итеп йәшәгәндә генә тормош матур була, алға бара, сәскә ата. Атайым менән  әсәйебеҙҙе бик яратабыҙ, ғаиләбеҙгә ҡояш ғүмере теләйбеҙ!

Кинйәбулатова Амелия, Туймазы районы, Серафим ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: