Әсәйемдең исеме Гүзәл. Исеме есеменә тура килеп тора. Ул сибәр һәм һөйкөмлө. Йәй көнө әсәйем аллы-гөллө сәсәкәлар үҫтерә. Беҙҙең өсөн тәмле- татлы ризыҡтар бешерә. Ул йомшаҡ телле. Беҙҙе Алмаз ағайым менән икебеҙҙе “алтындарым” тип ярата. Атайымды ла хөрмәт итә. Әсәйемде ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Байрам менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Азалия Шәфиева, Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы