Әсәйемдең исеме Гөлнара. Беҙ уның менән һүрәт төшөрөргә яратабыҙ. Әсәйем машинала ла оҫта йөрөй. Апайым Риана менән беҙҙе уҡырға килтерә, төрлө түңәрәктәргә илтә. Беҙ ҙә уны шатландырырға ғына тырышабыҙ. Әсәйем тәмле итеп бешерә лә. Ял көндәрендә Усман ауылына олатай менән өләсәйгә ҡайтып ярҙам да итеп киләбеҙ. Әсәйемде байрам менән ҡотлайым. Һәр саҡ шат бул!
Илмир Тәминдаров, Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы