Әсәйем.
Минең әсәйем бигерәк уңған
Бар эште иртән эшләп тә ҡуйған.
Уята мине иртәнсәк наҙлап,
Өйрәнерһең, тип барына яйлап.
Ҡамырын баҫа, икмәк тә ҡуя
Өйөбөҙ тәмле еҫтәргә тула.
Үҙе бик етеҙ, шул тиклем сая,
Көндәрем шуға бик йәмле була.
Әсәйем менән донъябыҙ йәмле
Аштарыбыҙ ҙа була тик тәмле
Рәхмәт Аллама,барыбыҙ бергә
Дуҫ, татыу ғына йәшәйек әле
Ишморатова Илзидә Инсур ҡыҙы, 2 класс уҡыусыһы, 8 йәш, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы