Инша өсөн “зачет” алыу – уҡыусының БДИ-ға үткәрелеү шарттарының береһе, тигән етәксе. Уҡыусылар иншаны үҙе уҡыған мәктәптә яҙасаҡ.
Инша яҙыуҙың өҫтәмә даталары итеп 2025 йылдың 5 феврале менән 9 апреле билдәләнгән. Был көндәрҙәге иншала 4 декабрь иншаһында “незачет” алыусылар, аҡларлыҡ сәбәп арҡаһында килмәгәндәр йә иншаһын яҙып бөтә алмағандар, талаптарҙы боҙған өсөн аудиториянан ҡыуып сығарылғандар ҡатнаша ала.
Сығанаҡ: Башинформ.