Минең әсәйемдең исеме Сулпан. Ул яҡты йондоҙ кеүек был донъяла миңә тура юл күрһәтеп, юлымды яҡтыртыусы. Ул иң сибәр, аҡыллы, уңған әсәй. Беҙҙең өйҙең йәме! Әсәйем ресторанда ашнаҡсы булып эшләй. Телде йоторлоҡ ризыҡтар әҙерләй. Бигерәк тә башҡорт, татар милли ризыҡтарын оҫта бешерә. Мин уға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышам. Әсәй, мин һиңә бәхетле, оҙон ғүмер теләйем.
Таһир Рәхимов, Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы