-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь , 14:09

Республика ҡалаларына Ҡыш бабай поезы килә

Быйыл Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа һәм Салауатҡа Ҡыш бабай поезы килә. 24 декабрҙә яңы йыл составын Стәрлетамаҡта һәм шул уҡ көндө күрше Салауатта ҡаршылайҙар. Өфөлә поезд 25 декабрҙә туҡтай.

Республика ҡалаларына Ҡыш бабай поезы килә
Республика ҡалаларына Ҡыш бабай поезы килә

Осрашыуға теләгән һәр кем килергә мөмкин. Перронда тамашалар һәм күңел асыу саралары ойошторола. Тамашасыларҙы вагон-ресторан һәм вагон-кибет көтә. Алдан һатып алынған билеттар буйынса айырым саралар ҙа була. Әйтәйек, Ҡыш бабай менән уның резиденцияһында осрашыу, поезда квестар һәм сәй эсеү, ҡурсаҡ спектакле.

Билеттар поезд ҡалаға килеп етеүгә 30 көн ҡалғас һатыла башлай, инструкцияны «Ҡыш бабай поезы» проектының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә йәки Рәсәй тимер юлдары сайтында табырға мөмкин.

Башинформ хәбәр иткәнсә, былтыр Өфөлә байрам поезын ҡаршы алырға 13 меңдән ашыу кеше килгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-22/poezd-deda-moroza-posetit-krupneyshie-goroda-bashkirii-4020007

Республика ҡалаларына Ҡыш бабай поезы килә
Республика ҡалаларына Ҡыш бабай поезы килә
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: