Конкурс йүнәлештәре һәм шарттары:
*әҙәби ижад: хикәйә, әкиәт, мәҫәл, эссены тасуири уҡыу яҙҙырылған ролик.
*тикшеренеү эше
*биҙәү-ҡулланма сәнғәте: аппликация, сигеү, ағасты көйҙөрөп йә һырлап биҙәү, әүәләү, техник композиция, диорама, төрлө материалдарҙан эшләнгән макет һ.б.
*һынлы сәнғәт: төрлө жанрҙа һәм техникала (акварель, гуашь, майлы буяу, акрил, төҫлө ҡәләм) башҡарылған художестволы эштәр
*Художестволы ижад: йыр, бейеү, театр постановкаһы видеояҙмаһы.
*Кинйә Арыҫланов музейына экскурсия: конкурста ҡатнашҡан балалар, белем биреү ойошмалары уҡыусылары 2024-2025 уҡыу йылы дауамында музейға килергә тейеш. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә #фестивальКинзи2025 #Кинйәарсланов2025 хэштегтары менән фотоһүрәттәрҙән төҙөлгән видеотаҫмалар ҡуйырға кәрәк буласаҡ.
Конкурсҡа Кинйә Арыҫланов тураһында әҫәрҙәр мотивы буйынса ижади эштәр йәки биографик ваҡиғаларын сағылдырған эштәр тәҡдим ителә. Конкурста 4 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша.
Фото: Башинформ.