-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь , 13:27

Талбазы ауылында бик ҙур сара үтте

25 ноябрҙә Ауырғазы районының Талбазы ауылында бик ҙур сара үтте. Беҙгә концерт менән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле килде.

Талбазы ауылында бик ҙур сара үтте
Талбазы ауылында бик ҙур сара үтте

25 ноябрҙә Ауырғазы районының Талбазы ауылында бик ҙур сара үтте. Беҙгә концерт менән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле килде. Концерт бик көслө, иҫ киткес булды... Ҡурайҙың мауыҡтырғыс һәм тылсымлы көйҙәре, йырҙар һәм бейеүҙәр....
Программала башҡорттарҙың боронғо көйҙәре һәм халыҡ йырҙары яңғыраған сағыу концерт номерҙары тәҡдим ителде. Быуаттар буйына телдән тапшырып килгән: «Урал», «Ҡаһым түрә», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Абдрахман», «Байыҡ», «Зарифа», «Ирмәк» һәм башҡалар көйҙәр һәм йырҙар булды. Шулай уҡ билдәле халыҡ көйҙәре заманса эшкәртеүҙә башҡарылды. Был ысынлап та һоҡланғыс һәм мауыҡтырғыс күренеш булды.


Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-се синыф уҡыусыһы Рәхимов Таһир, йәш хәбәрсе

Талбазы ауылында бик ҙур сара үтте
Талбазы ауылында бик ҙур сара үтте
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: