+19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2024, 14:33

136-сы лицейҙың өлкән синыфтарында яңыса туҡланыу индерелгән

Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейы ашханаһында альтернатив меню барлыҡҡа килгән. Хәҙер һәр уҡыусы үҙенең теләгенә һәм сәләмәтлегенә ярашлы ризыҡтарҙы һайлай ала.

136-сы лицейҙың өлкән синыфтарында яңыса туҡланыу индерелгән
136-сы лицейҙың өлкән синыфтарында яңыса туҡланыу индерелгән

Уҡыусыларға көн һайын эҫе аштың өс төрө тәҡдим ителә. Балалар кистән исемлектә үҙҙәренә оҡшаған аш-һыуҙы һайлай.

“Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, ашнаҡсылар бындай яңылыҡтарға ҡыуана, сөнки балалар үҙҙәре һайлаған ризыҡты теләп ашай. Әлегә был алым 9-11-сы синыфтар өсөн ҡулланыла, әммә мәктәп етәкселеге уны башҡа кластарға ла индерергә ниәтләй. Былтырғы менән сағыштырғанда, уҡыусыларҙы туҡланыу менән солғау күләме ныҡлы  артты», — тиҙәр республика Мәғариф министрлығында.

Өфө ҡалаһы Мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороҡтары нигеҙендә тормошҡа ашырыла һәм ҡаланың башҡа мәктәптәренә лә таратыласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: