Был хаҡта “Башҡортостан” милли паркы үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.
Йомағара – “ҡарсыға тоҡомло ҡара-һоро һыртлы, ҡара ҡорһаҡлы ҡош”, – тип яҙа Башҡорт теленең академик һүҙлеге (4-се том).
“Яратҡан ризығын – сысҡандарҙы күҙҙләп, һауала оҙаҡ ҡына әйләнеп йөрөй ала. Көнөнә 30-ға тиклем ваҡ кимереүсене ашай. Ҡара йыланды тамаҡлауға ла ҡаршы түгел. Әммә был йыртҡыс ҡошта йылан ағыуына ҡаршы иммунитет юҡ. Ҡара йылан тешләһә, йомағара һәләк була”, – тигәндәр парктың телеграм-каналында.
“Башҡортостан” милли паркы тг-каналы сығарған фотоларҙа – йомағара һауала; Глосбе һүҙлегенән алынған фотола – йомағараның яҡындан төшөрөлгән һүрәте.