Һуңғы бер аҙнала 24 мең кеше сирләгән. Шуларҙың яртыһы – балалар.
Вирус йоҡтормаҫ өсөн һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк. Ҡулды һабын менән йыуып йөрөү, ауырыу кешеләр менән аралашмаҫҡа тырышыу, бүлмәләрҙе елләтеп тороу, күп кешеле урындарҙа битлек кейеү кеүек саралар әҙме-күпме ярҙам итә. Аяҡ-ҡулды өшөтмәү, ҡолаҡ-муйын тирәләрен һалҡын елдән һаҡлау ҙа артыҡ булмаҫ.
Сығанаҡ: Башинформ.