Баҡһаң, йыл һайын мөгөҙ һала торған был хайуандарға яңы мөгөҙ үҫтереү, һөйәктәрен дә нығытыу өсөн минераль тоҙҙар кәрәк, ә инәләренә йөклө булғанда һәм быҙауҙарын имеҙгәндә тоҙҙар талап ителә икән. Был хайуандар ашаған үләндәрҙә калий тоҙҙары күп, ә натрий бик әҙ. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре хәстәрләп һалып ҡалдырған таш тоҙ мышыларҙы натрийға туйҙыра.
Был хаҡта Башҡортостан Экология министрлығы һөйләй һәм күрһәтә.
Сығанаҡ: Башинформ.