– Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: был продукцияны һатыусылар, табыш артынан ҡыуып, закондарҙы боҙа һәм балаларҙың ғүмеренә, һаулығына хәүеф тыуҙыра. Былтыр никотинлы һәм тәмәке продукцияһын һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 6496 административ эш ҡуҙғатылған, был 2022 йылға ҡарағанда 53,7 процентҡа күберәк, — тип яҙа Вячеслав Володин.
Шуның өсөн Дәүләт Думаһы балаларға һәм үҫмерҙәргә тәмәке һәм никотинлы продукция, уларҙы ҡулланыу ҡоролмалары йәки етештереү сеймалы һатҡан өсөн штрафтарҙы арттырырға тәҡдим итә.
Дәүләт Думаһы тәҡдимдәре ҡабул ителһә, граждандар – 300 мең һумға тиклем (әле 40-60 мең һум). ; вазифалы кешеләр – 700 мең һумға тиклем (әле 150-300 мең һум); юридик шәхестәр 2 миллион һумға тиклем (әле 400-600 мең һум) штраф түләйәсәк. Закон ҡабатлап боҙолһа, енәйәт яуаплылығы индерелә.
Сығанаҡ: Башинформ.