Мәктәп – пилотһыҙ осоусы аппараттарға идара итеүгә өйрәтеүсе синыфы менән илдәге 200 араһында. Бындай мөмкинлекте “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты бирҙе.
Благовещен мәктәбендә уҡыусылар пилотһыҙ аппараттарға идара итергә һәм осошто программаларға өйрәнә. Мәктәп кәрәкле ҡорамалдарҙы, техниканы һатып алған, осош зоналарын йыһазландырған. Быйыл милли проект сиктәрендә мәктәпкә ремонт үткәрелгән, квадрокоптерҙар, мебель, оргтехника алынған. Уҡыусыларға ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һабаҡ бирә.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Благовещенда булған сағында 4-се мәктәпкә лә инде.
“Беҙҙең төбәктә Владлен Татарский исемендәге Пилотһыҙ осоу аппараттарын осороусыларҙы махсус һәм тактик әҙерләү үҙәге бар, унда ике аҙналыҡ курстар ойошторабыҙ. Бынан тыш, пилотһыҙ осоусы аппараттарға арналған технологик парк төҙөйбөҙ, уның тәүге этабы 2025 йылдың яҙында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әлегә бындай техниканы яуҙа ҡулланыу йүнәлеше бар, әммә беҙ шуны беләбеҙ: хәрби хәрәкәттәр тамамланғас, былар барыһы ла граждандар тормошона күсәсәк”, – тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: Башинформ.