-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь , 10:50

Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?

Өфөлә “Ҡарһылыуҡай-2024” конкурсының гала-финалы булды. Ҡар һылыуҡайҙары ярыш приздары өсөн көрәште. Финалға сыҡҡан 30 Ҡарһылыуҙың яртыһы – 11 йәшкә тиклемге балалар. Бына улар бөтәһе лә Гран-при эйәһе булды. Кескәйҙәрҙе яратҡан был йола буйынса, 11 йәшкә тиклемгеләр бөтәһе лә иң юғары призға лайыҡ була.

Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?

Ә төп приздар өсөн  12 йәштән 17-гә тиклемге һәм 18 йәштән алып  өлкәнерәктәр төркөмдәре ярышты.

12–17 йәшлектәр араһынан Учалы уҡыусыһы Элиза Фәйзуллина баһаламасыларҙың иң юғары билдәләренә һәм Гран-приға лайыҡ булды. Ул “Торналар” тигән бейеүе менән таң ҡалдырҙы. Беренсе урында – Данилина Ҡузәхмәтова менән Аделина Ганьшева, икенсе – Азалия Кинйәбулатова, Милана Хәйбуллина, Арина Ғәлиева, Азалия Яҡшыгилдина. Өсөнсө урында – Самира Кучаева, Камилла Әбүбәкирова, Анастасия Кошевая, Азалина Мортазина, Ангелина Яҡупова, Алтынай Хашимова һәм Регина Миндеғолова 

Өлкәндәр төркөмөндә Волжск һыу транспорты дәүләт университетының   Өфө филиалы студенткаһы Ангелина Баркутова иң шәп Ҡарһылыу булып сыҡты. Унан ҡала тәүге ике урында – Гөлминаз Ғүмәрова менән Эльвира Ғарипова.

Был ике төркөм еңеүселәре Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Бөтә еңеүселәргә ҡулдан эшләнгән матур таждар, иҫтәлекле сувенирҙар тапшырылды.

Күп балалы ғаиләнән Анна Куликоваға, шулай уҡ еңеүселәргә бағыусылар үҙ бүләктәрен таратты.

“Рәсәйҙең  милли Ҡарһылыуы” ҙур финалы Мәскәүҙә 6 ғинуарҙа була.  

Сығанаҡ: Башинформ.

Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Иң һылыу Ҡарһылыуҡайҙар кемдәр?
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: