-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2024, 11:34

Республика Башлығы балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше республика халҡы өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнде. Һорауҙар яуҙы, тәҡдимдәр әйтелде, бик күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Радий Хәбиров етәксе булғаны бирле Башҡортостанда бик күп эштәр эшләнгән.

Республика Башлығы балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе
Республика Башлығы балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

Алға барыуҙың төп тәгәрмәсе – иҡтисад. Башҡортостан хужалығының әлеге көндә дәррәү үҫештә икәнен белә инегеҙме? Уның тиҙлеге йылына 6 процент тәңгәлендә, йәғни Рәсәй иҡтисады үҫешенән күпкә ҙур. Хәбиров санкцияларға ла зарланманы. Илдәге төрлө кимәл түрәләр ғәҙәттә санкцияларҙың ҡамасаулауына  һылтана, ә беҙҙең Башлыҡ санкцияларҙың йоғонтоһо  юҡ тип иҫәпләй. Эшләгеһе килмәгән һылтау таба, эшләгеһе килгән юлдарын таба, тип бушҡа әйтмәгәндер халыҡ.

Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә республика Башлығына һорауҙар биреүҙән ситтә ҡалманы

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһенән бер ҡыҙ был биҫтәлә балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем-һалым магазины асыуҙы һораны. Радий Фәрит улы күптән түгел ҡала мэры Ратмир Мәүлиев менән Нижегородканы үҫтереү тураһында фекер алышҡан икән. Биҫтәгә иғтибар артыуы көтөлә. Республика етәксеһе ярҙамсыларына ҡыҙҙың адресын алырға ҡушты – Яңы йылға бүләк ебәрәсәк.

Стәрлетамаҡтан Максим видеоуйындар ярата. Тик ике йыл элек уның видеоприставкаһын урлағандар. Максимға уйынсығын табышырға кәрәк. “Адресын алығыҙ, хәл итермен”, – тине Радий Хәбиров.

Өфөнөң 7-се музыка мәктәбе уҡыусыһы Данил Никитин республика Башлығына ҡурайҙы һаҡлау буйынса  күргән саралары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Йәш ҡурайсы балалар ансамбле менән ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе, коллективтарының күптән түгел Дәүләт ҡурай ансамблен ойоштороу концертында сығыш яһағаны тураһында һөйләне. Малайҙың ихлас ҡыуанғаны күренеп тора. Радий Фәрит улы уны, үҙ көсөнә ышанырға кәрәк, тип дәртләндерҙе, һөнәри йә юғары музыкаль белем алғас, Дәүләт ансамбле составына эләгеү мөмкинлеге булыуын билдәләне, йәнә Данилды башҡортса таҙа һөйләшкәне өсөн маҡтап та алды.

13 йәшлек Максим Шаһиморатов – инвалид.  Тура эфирҙа уның хатын уҡынылар.  Бала уйынсыҡ робот тураһында хыяллана, Радий Хәбиров менән осрашырға теләй. Максимдың теләктәре тормошҡа ашасаҡ – Радий Хәбиров вәғәҙә итте.

Өлкәндәр балаларҙы ҡайғырта

Өлкәндәр ҙә балалар мәнфәғәтен ҡайғыртҡан һорауҙарын бирҙе. Әбйәлил районынан фермер Айтуған Фәттәхов, мәҫәлән, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт атын, йылҡысылыҡты популярлаштырған проекттар менән ҡыҙыҡһынды. Башлыҡ мәсьәләне мөһим тип тапты һәм уның буйынса Хөкүмәттә фекер алышырға вәғәҙә итте.

Туймазылар ҡаланың “Сулпан-2” микрорайонына мәктәп автобусы килмәүен белдерҙе. Балалар мәктәптәргә маршрут автобустарында йөрөй. Башлыҡ ҡушыуы буйынса, Мәғариф министрлығы сара күрәсәк. Ә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында боҙ аренаһы менән бассейнды 2026 йылда төҙөйәсәктәр. Башлыҡтың күптән түгел үткән эш сәфәренән һуң шундай ҡарар ҡабул ителгән. Мишкә районы Сурай ауылы кешеләре мәктәп автобусы өсөн рәхмәт әйтте һәм республикалағы берҙә-бер  Яныш Ялҡайын исемендәге мари гимназияһына капиталь ремонт һораны. Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин был гимназияла капиталь ремонттың 2026 йыл планына ингәнен хәбәр итте. Ә Радий Хәбиров Мишкә районында полилингваль мәктәп төҙөләсәген белдерҙе.

Регина Доктор булараҡ билдәлелек алған диетолог табип балалар туҡланыуы темаһын күтәрҙе. Баланың туҡланыу тәртибе ғаиләлә нығына, шуға ата-әсәләргә балалар туҡланыуы тураһында түләүһеҙ дәрестәр үткәреү тәҡдимен әйтте блогер табип. Республика етәксеһен тәҡдим ҡыҙыҡһындырҙы. Моғайын, ата-әсәләр һәм балалар өсөн лекциялар ойошторолор. Спортсыларҙы шатландырырлыҡ яңылыҡ та бар. Олимпия чемпионкаһы Аделина Заһидуллинаның олимпия резервы училищеһы асыу тураһындағы һорауына яуап биреп, төбәк етәксеһе был башланғысты Рәсәй Президентының хуплауын һәм тейешле поручение биреүен белдерҙе. Әле  ил Хөкүмәте менән берлектә эш бара. Спортҡа беҙҙең республикала иғтибар айырыуса ҙур. Тура линияла тағы өс мөһим объект төҙөләсәге телгә алынды: ябыҡ еңел атлетика манежы, Бокс үҙәге һәм Ҙур теннис академияһы. Райондар ҙа онотолмай. Мәҫәлән, Учалыла физкультура-һауыҡтырыу комплексы һалынасаҡ, уны 2026 йылдың федераль планына индереү ҡарала.

Башлыҡ булып эшләү бик ҡатмарлы һәм бик күп ваҡытты, көстө ала. Ә Башлыҡтың үҙ балаларына ваҡыты ҡаламы? Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ул ҡайтҡанда балалар инде йоҡлай, иртән эшкә киткәнендә балалар әле йоҡлай. Әммә бер ниндәй сәбәп тә атайҙы балаларына тәрбиә биреүҙән азат итә алмай. Шуға эш көнө барышында балалар әсәһе менән бергәләп атайҙары эргәһенә килеп сыҡҡылай. Ҡыҫҡа ғына аралашыу, бергәләп сәйй эсеү күңел яҡынлығын нығыта, атай нәсихәттәрен улдарына еткерергә мөмкинлек бирә.

Сығанаҡ: Башинформ 1, 2

Республика Башлығы балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе
Республика Башлығы балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе
Республика Башлығы балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас