+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2024, 08:10

Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы

Илеш районы уҡыусыларын  шатландырып, Үрге Йәркәйҙә Балалар ижад үҙәге асылды. Ул элек тә бар ине, тик 1973 йылда төҙөлгән бинаһы  бик ныҡ иҫкереп, ремонтҡа япҡайнылар.

Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙыЯңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы
Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы

Бына инде балалар яңыртылған үҙәккә аяҡ баҫты. Кабинеттар ҙурайтылған, инженерлыҡ селтәрҙәре, ҡыйыҡ, иҙән яңыртылған, тышҡа йөҙләнеше лә өр-яңы. 70 урынлыҡ тамаша залы хасил булған. Йомшаҡ ултырғыстары,  уңайлы сәхнәһе күңелле тамашаларҙы рәхәтләнеп ҡарау мөмкинлеген бирәсәк.

Үҙәктә логопед кабинеты, бейеү залы, 19 ижади берекмә өсөн кәрәкле бөтә йыһаздар бар.

Ике ҡатлы бинаға һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар ҙа ҡыйынлыҡһыҙ инеп-сығып йөрөй аласаҡ.

Киләһе йылдың яҙында үҙәктең ихатаһын йәмләү эштәренә тотонасаҡтар. Уңайлы һуҡмаҡтар, аллеялар, сәскәлектәр, газондар барлыҡҡа киләсәк.

Илештең Балалар ижад үҙәге  райондың төрлө ауылдарынан килеп шөғөлләнеүсе 860 балаға иҫәпләнгән. Бында йәш эколог, инглиз теле, конструкторлыҡ, робот техникаһы һәм программалау, музыка, художество, театр, көршәкселек, аэроквантум  һәм башҡа түңәрәктәр эшләй.  

Үҙәкте яңыртыуға Башҡортостан нефтселәре ҙур өлөш индергән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы
Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы
Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы
Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы
Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы
Яңы Үҙәк илештәрҙе ҡыуандырҙы
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас