Түләүҙең шарты бар: студент көндөҙгө бүлектә белем алырға һәм республикабыҙҙың уны уҡырға ебәргән урындағы үҙидара органы йә дәүләт мәғариф ойошмаһы менән 2024 йылдың 1 майынан һуң төҙөлгән маҡсатлы уҡытыу договоры булырға тейеш.
Юғары уҡыу йорттары студенттарына 5–10 мең (курсына ҡарап) һум түләнәсәк.
Урта һөнәри уҡыу йорттары студенттарына түләү күләмдәре ошолай була:
1-се курс – 2 мең,
2-се курс – 2,7 мең,
3–4-се курстар – 3,9 мең һум.
Түләүҙәр тураһындағы законға Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров 26 ноябрҙә ҡул ҡуйған. Закон шундуҡ ҡулланыуға индерелгән.
3 декабрҙәге тура эфирҙа республика Башлығы белгестәргә булышлыҡ итеү һәм эш урынында һаҡлап ҡалыу өсөн саралар ҡаралыуы тураһында әйткәйне.
Фотола: буласаҡ уҡытыусылар – Күмертау педагогия колледжы уҡыусылары.
Сығанаҡ: Башинформ.