“Быйыл «Шаян лигаһы»ның өсөнсө миҙгеле бара, проектта республиканың бөтә мәғариф учреждениеларынан 18 йәшкә тиклемге уҡыусылар ҡатнаша ала. 2025 йылда инде Мәғариф министрлығы менән берлектә техникумдар һәм колледждар араһында ғына башҡорт телендә Юмор фестивален башлап үткәрергә уйлайбыҙ. Ғөмүмән, башҡорт телен уйын аша популярлаштырыу йәш йөрәктәрҙә яңғыраш таба”, — ти Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе Урал Кәримов.
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы Башҡортостан Башлығының йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге грант фонды ярҙамында “«Шаян лигаһы» ижади кластеры” проекты сиктәрендә зона лигаларының өсөнсө миҙгеленә старт бирҙе.
Бөтә зона этаптары ла республика Шаян лигаһының ярым финалы этаптары булып тора, иң яҡшы командалар апрелдә «Торатау» конгресс-холында финал уйындарында сығыш яһаясаҡ. Проект БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән берлектә тормошҡа ашырыла һәм башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Сығанаҡ: Башинформ