-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2024, 09:16

"Аманат"тар мәртәбәле сарала ҡатнашты

Рәзил Бикбулатов, "Аманат" журналының баш мөхәррир урынбаҫары, үҙенең эшенә һөйөү менән, балалар һәм йәштәр өсөн баҫма менән таныштырҙы, журналдың уҡыусылары өсөн асыҡ булыуы, йәш таланттарҙы хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләүе тураһында һөйләне. Балаларҙың сығыштыры ла булды, ә беҙ иһә, АманатТВ, ҡыҫҡа ғына видеояҙма әҙерләнек:

"Аманат"тар мәртәбәле сарала ҡатнашты
"Аманат"тар мәртәбәле сарала ҡатнашты

Китапханала мәктәп китапханасылары өсөн "Башҡортостандың билдәле кешеләре" ҡала конференцияһы үтте. Уны ойоштороусылар булып Өфө ҡалаһының Ленин районы китапханасылары төбәк бүлексәһе етәксеһе Ильичева Марина Валерьевна һәм 14-се һанлы китапхана мөдире Наталья Михайловна Ишмырҙина сығыш яһаны.

Конференцияла башҡорт баҫмалары мөхәррирҙәре: "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Аманат", "Йәншишмә", "Шоңҡар" уҡыусылары менән эшләү, журналист эшмәкәрлегенән ҡыҙыҡлы тарихтар менән сығыш яһаны.

Салауат Кәримов, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире, китапхана ҡунаҡтарына белем биреү баҫмаһы эшенең үҙенсәлектәрен ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы итеп аңлатты, журналдың рубрикаларын күрһәтте, мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да уның биттәрендә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырҙы.

Заһиҙә Мусина, "Шоңҡар" йәштәр баҫмаһы мөхәррире, бөтә йыйылыусыларҙы журнал менән таныштырҙы, уның хеҙмәткәрҙәре, уҡыусы аудиторияһы, йәштәр менән эшләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Римма Баймырҙина, "Йәншишмә" гәзитенең бүлек мөдире, гәзит рубрикалары тураһында һөйләне, уның биттәренә нисек инеү, гәзит менән хеҙмәттәшлек итеүҙең өҫтәмә мөмкинлектәре тураһында аңлатты.

Рәзил Бикбулатов, "Аманат" журналының баш мөхәррир урынбаҫары, үҙенең эшенә һөйөү менән, балалар һәм йәштәр өсөн баҫма менән таныштырҙы, журналдың уҡыусылары өсөн асыҡ булыуы, йәш таланттарҙы хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләүе тураһында һөйләне.

Сара ҡунаҡтарының кәйефен, һис шикһеҙ, "Парус" үҙәк балалар бейеү театрының "Ассорти-дэнс" бейеү коллективы йондоҙҙары һәм ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен башҡарған йәш артист Данис Хәсанов күтәрҙе.

Конференция юғары кимәлдә үтте, ҡунаҡтар артабанғы эшендә файҙалы яңы мәғлүмәт алды.

#библиотека14уфа
#Уфакультура
#УчительБашкортостана #Аманат #Шоңҡар #Йәншишмә

"Аманат"тар мәртәбәле сарала ҡатнашты
"Аманат"тар мәртәбәле сарала ҡатнашты
Автор: "Аманат" журналы
Читайте нас: