“Ноғман Мусин – башҡорт әҙәбиәте классигы, халыҡҡа бай рухи мираҫ ҡалдырған. Уның әҫәрҙәрендә халыҡтың, тыуған яҡтың бай тарихы сағыла. Уның ижады менән Рәсәй уҡыусыһы ла яҡшы таныш – төрлө йылдарҙа Мәскәүҙә уның ике томлыҡ “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа аҡ болан” тигән романдары, хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы рус телендә нәшер ителде”, – ти Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов.
Сығанаҡ: Башинформ.