-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2024, 12:52

Бөгөн – Ватан геройҙары көнө

Бөгөн мәктәптәрҙә, колледждарҙа “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү” дәресе Ватан геройҙары көнөнә арналған. 9 декабрь – Рәсәйҙә Ватан геройҙары көнө, ул 2007 йылдан алып билдәләнә.

Бөгөн – Ватан геройҙары көнө
Бөгөн – Ватан геройҙары көнө

Өфөнөң 130-сы мәктәбендә уҡыусылар  фекер алышҡан тема: ни өсөн махсус хәрби операция геройҙарының  батырлыҡтары Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарыныҡы кеүек үк көслө хистәр, оло ғорурлыҡ  уята? Балалар төрлө фекерҙәр әйткән, һуңынан уртаҡ һығымтаға килгән: уларҙың бөтәһенең дә фиҙакәрлеге һәм ҡаһарманлығы йәш быуынға үрнәк булып тора. Рәсәй Геройы Владислав Головин, позывнойы “Струна”, менән видеоинтервью уҡыусыларға айырыуса көслө тәьҫир яһаған.

Өфө технология һәм дизайн колледжында был дәресте директорҙың тәрбиә буйынса урынбаҫары Ришат Лоҡманов үткәргән. Армия хеҙмәте, яу батырҙары тураһындағы әңгәмәлә студенттар уҡытыусы һөйләгәндәрҙе ҙур иғтибар менән тыңлаған,   һорауҙар биргән.

Сығанаҡ: 130 мәктәптең һәм Өфө технология һәм дизайн колледжының ВК сәхифәләре.

Бөгөн – Ватан геройҙары көнө
Бөгөн – Ватан геройҙары көнө
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас