Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбердин социаль селтәрҙәрҙә белдереүенсә, команда составына Республика инженерлыҡ лицей-интернаты уҡыусылары Динислам Ғилманшин, Ярослав Цысь, Даян Ғәләүв һәм Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары Вячеслав Васенков менән Тимур Ғималтдинов ингән.
“Егеттәребеҙ, иҫ киткес оҫталыҡ һәм техник башҡарылыш күрһәтеп, “BAS уҙышсыһы” категорияһында айырылып торҙо. Улар ярышҡа “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең БАС лабораторияһында лаборатория мөдире Рөстәм Мулеев етәкселегендә һәм РИЛИ майҙансығында Марат Мусин етәкселегендә әҙерләнде. Студенттар БАС тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәгендә уҡытыусы Леонид Мавродиев етәкселегендә шөғөлләнде. Был уңыш төбәгебеҙҙең пилотһыҙ һауа системаларын үҫтереүҙә алдынғылығын тағы бер тапҡыр раҫланы”, — тигән Илдар Мәүлетбердин.
Сығанаҡ: Башинформ.