+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2024, 05:34

“Нигеҙ” – еңеүсе

Башҡортостан киносылары төшөргән «Нигеҙ» ҡыҫҡа метражлы фильмы "Тыуған һуҡмаҡтар" VIII милләт-ара телекиноконкурсында ҙур награда яулаған. Фильмдың режиссеры һәм сценарий авторы – Фәрзәнә Утарбаева.

“Нигеҙ” – еңеүсе“Нигеҙ” – еңеүсе
“Нигеҙ” – еңеүсе

Башҡорт фильмы «Илһөйәрлек һәм Ватанға һөйөү» категорияһында иң яҡшыһы тип танылған.

“Беҙҙең икеләтә еңеү тип әйтергә мөмкин.  Минең сценарий буйынса төшөрөлгән “Ку-ку” фильмы ла лауреаттар  иҫәбендә”, – ти Фәрзәнә.

"Тыуған һуҡмаҡтар" милләт-ара телекиноконкурсын Мәскәүҙең Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара мөнәсәбәттәр департаменты булышлығында Милләттәр йорто уҙғара. Конкурстың һайлап алыу этабында Рәсәйҙең 52 төбәгенән 339 фильм ҡатнашҡан, финалға 60 фильм үткән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас