+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2024, 05:47

Үҙҙәре яһаған уйынсыҡтар

Был көндәрҙә балалар тырышып-тырышып ёлка уйынсыҡтары яһай.  Бына шундай тәтәйҙәрҙән Өфөлә күргәҙмә асылған.

Үҙҙәре яһаған уйынсыҡтарҮҙҙәре яһаған уйынсыҡтар
Үҙҙәре яһаған уйынсыҡтар

Был күргәҙмә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үтә, сөнки уны һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренең балалары эшләгән уйынсыҡтарҙан төҙөгәндәр. Күргәҙмәгә 200-ләп эш ҡуйылған. Уйынсыҡтар менән бергә балаларҙың үҙ ҡулдары менән яһаған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төбәп яҙған асылмалары ла бар.

Күргәҙмәне ойоштороусылар уйынсыҡтарҙың бер өлөшөн хосписҡа бирәсәк, ҡалғанын хәйриә йәрминкәһенә ҡуясаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Үҙҙәре яһаған уйынсыҡтар
Үҙҙәре яһаған уйынсыҡтар
Үҙҙәре яһаған уйынсыҡтар
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас