Йәғни “Теләктәр шыршыһы”ның мөғжизәләре
сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән,
инвалид,
ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған ауырыулы,
етем,
ата-әсә ҡарауынан мәхрүм,
мохтажлыҡта йәшәгән ғаиләләрҙәге балаларға,
шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына,
Донецк, Луганск Халыҡ Республикаларында, Запорожье, Херсон өлкәләрендә йәшәгән йә теркәлгән, Белгород, Брянск, Курск өлкәләрендә контртеррористик операция режимы индерелеү арҡаһында, шулай уҡ Украина ҡораллы формированиелары ауыл-ҡалаларҙы утҡа тотҡанлыҡтан торлағын ташлап китергә мәжбүр булған балаларға
тәғәйенләнә.
Хыялдар шыршыһында 3-тән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша.
20 декабргә тиклем елкажеланий.рф рәсми сайтында теркәлеп өлгөрөргә кәрәк. Сайтҡа тейешле документтарҙы ҡуйып ғариза бирергә, анкета тултырырға, анкетала баланың теләген һүрәтләргә кәрәк. Быны, әлбиттә, ата-әсә йә баланың законлы вәкиле башҡара. Хыялдарҙы үтәү акцияһы 2025 йылдың 28 февраленә тиклем барасаҡ.
Өлкәндәр иһә теләктәрҙе үтәй торған тылсымсы була ала. Бындай дәрте булған кешеләр шул уҡ сайтта хыялдарҙы тормошҡа ашырыусы булараҡ теркәлә һәм күңеленә ятҡан, мөмкинлектәренә тап килгән теләкте һайлап үтәй ала.
Акция үткәрелгән алты йыл эсендә Рәсәйҙә 213 мең баланың теләге тормошҡа ашҡан.