Өфөлә бер юлы өс Ҡыш бабай резиденцияһы эшләй. Ленин майҙанында урынлашҡан резиденция 26 декабрҙә асыла. Был көндө шулай уҡ баш ҡаланың төп шыршыһында уттар ҡабына, тип хәбәр итә мэрия.
Резиденция көн һайын көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем ҡабул итә. Килгән ҡунаҡтарҙы сағыу байрам программаһы көтә.
Бынан тыш, Дим районында һәм Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында Ҡыш бабай резиденцияһының асылыуы көтөлә.
Яңы йыл төнөндә Рус драма театры алдындағы майҙанда һәм резиденцияла киске сәғәт 8-ҙән һәм төнгө 2-гә тиклем байрам программалары ойошторола.