+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2024, 06:05

“Зәңгәр ҡош”та йыр яҙҙыр

Белоретта тауыш яҙҙырыу студияһы асҡандар.  Студияға алынған ҡорамалдар менән балалар йыр яҙҙыра, аранжировкалар эшләй. Шулай уҡ йәнһүрәттәрҙе тауышландыра, трек, подкаст, аудиокитап яҙҙыра ала.

“Зәңгәр ҡош”та йыр яҙҙыр“Зәңгәр ҡош”та йыр яҙҙыр
“Зәңгәр ҡош”та йыр яҙҙыр

Тауыш яҙҙырыу студияһы балаларҙың  “Зәңгәр ҡош” уҡыу үҙәгендә урынлашҡан һәм “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килгән.

 Ошо уҡ милли проект  сиктәрендә  быйыл “Зәңгәр ҡош” үҙәге лә төҙөкләндерелгән, яңы быуын китапханаһы статусын алған. Һөҙөмтәлә китап фонды байытылған,  “АниМагия” йәнһүрәт студияһы, “Үткәндәрҙең инеше” тыуған яҡты өйрәнеү лабраторияһы, оҫталыҡ дәрестәре залы һәм китапхана кафеһы  асылған.

РФ Президенты В. Путин Указы менән эшләүсе милли проекттар мәҙәниәт өлкәһе объекттарын яңырта, байыта.

Сығанаҡ: Башинформ.

Фото:  Цдч Синяя-Птица

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас