Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 28 октябрҙә республика Хөкүмәтендәге ултырышта колледждарҙа һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттарында урындарҙы тағы 2-3 меңгә арттырыу бурысын ҡуйғайны. Әле инде тәҡдимдең тормошҡа ашасағы тураһында БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.
Республика иҡтисады өсөн бик кәрәк булған һөнәрҙәрҙе алып сығыусылар һаны артһын өсөн күрелә был сара. Эшсе ҡулдар етешмәһә, үҫеш туҡталып ҡаласаҡ. Һәр уҡыусы, һәр студент яҡын йылдарҙа республика һәм ил иҡтисадының йылдам үҫешенә үҙ белеме, оҫталығы, һәләттәре менән ҡушылып китер. Киләсәгебеҙ йәш быуындың тырышлыҡтарына бик тә бәйле.
Фото һәм мәғлүмәт: Башинформ.