+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2024, 12:11

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимәләр һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, һәр йылдағыса,  БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.  Был мөһим документта ғәҙәттә республика депутаттары һәм идарасылары алдына киләһе йылға бурыстар ҡуйыла, республиканың үҫеш юлдары аныҡлана.  Йәш быуынға ҡағылышлы тәҡдимдәр ҙә ишеттерелә, әлбиттә. Йәшәгән төбәгебеҙҙең үҫешенә ҡағылған һорауҙар уҡыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр.

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимәләр һөйләнеРадий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимәләр һөйләне
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимәләр һөйләне

Көнүҙәк һәм мөһим

Мөрәжәғәтнамә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар темаһынан башланды. Был тәбиғи, сөнки әлеге мәлдең иң мөһим ваҡиғаһы ул МХО. Беҙҙең батальондар, контракт йә мобилизация буйынса яуға киткәндәр намыҫлы хеҙмәт итә. Яугирҙәргә һәм фронтҡа төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеп, республика халҡы  ҙур өлөш индерә.  Ә “Һәләк булған геройҙар тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һәр ваҡыт йәшәйәсәк”, – тине Радий Хәбиров.

Рәсәйҙең 2030 йылға тиклем милли үҫеш бурыстары тураһында ил Президенты Владимир Путин ҡабул иткән Указ республиканың да үҫеш юлдарын билдәләй. Радий Хәбиров был Указда бөтә төп йүнәлештәр буйынса яңы милли проекттар ҡабул ителгәнен билдәләне һәм төбәктәргә, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу проекттарын тормошҡа ашырыуға иғтибары өсөн Президентҡа башҡортостандар исеменән рәхмәт белдерҙе.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән “Башҡортостан лидер төбәктәрҙең береһе тип танылды. Киләһе йылдан республикаға йүнәлтелгән средстволар 11 милли проект составындағы 28 федераль проектты тормошҡа ашырыуға һалынасаҡ”, – тине республика Башлығы.

Иҡтисад – үҫеш нигеҙе

Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостан иҡтисадының йомғаҡтарына һәм бурыстарына етди иғтибар бирелде.

Сәнәғәт һәм агросәнәғәт предприятиелары – бөгөнгө уҡыусыларҙың буласаҡ эш урындары ул. “Зубов” индустриаль технопаркының беренсе сираты, “РВ-1” радиоэлектрон технопаркы төҙөлөп бөтөп бара. Сәнәғәт кластерҙары барлыҡҡа килә, уларҙың һаны 18-гә еткән.

Киләһе йыл беҙҙең легендар Өфө моторҙар предприятиеһы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Аграр сәнәғәт комплексы технологик модернизация үтә. Ә “Таврос” компаниялар төркөмө Шишмә районында үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн 100 йортло өр-яңы ауыл төҙөй.

Мөрәжәғәтнамәлә халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар ҙа барланды.

Өфө ҡалаһы үҙенең  450 йыллығына әҙерлек барышында күп йәһәттән яңырҙы, күркәмләнде. Әле милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау башланырға тора, сөнки, Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә,  “республика символын киләсәк быуындар өсөн һаҡлау –изге бурысыбыҙ”.

Балалар – беҙҙең киләсәк

Киләсәк пландарын тормошҡа ашырыуҙа бөгөнгө уҡыусыларҙың төплө белемдәр алып, һәләттәрен үҫтереп, йәмғиәткә хеҙмәт итәсәк яҡшы белгестәр булып китеүе мөһим. Радий Хәбиров был маҡсатҡа йүнәлтелгән байтаҡ сараларҙы телгә алды.

Балаларға белем биреүсе педагогтар, тәрбиәселәр хәстәрлеккә лайыҡ. “Киләһе йылдан иң уңышлы йәш мәктәп етәкселәре 50 грант аласаҡ. Йыл һайын кәм тигәндә 1000 уҡытыусыға үҙебеҙҙең шифаханаларҙа санаторий-курорт хеҙмәттәре алыуға сертификат тапшырыласаҡ”, –  тине Радий Хәбиров.

Етәксе һуңғы биш йылда 44 яңы мәктәп, 65 балалар баҡсаһы төҙөлгәнен билдәләне. Быйыл тағы 4 мәктәп һалынған, йәнә унау әле төҙөлә. 146 мәктәп бинаһына капиталь ремонт яһалған. Президент программаһына ярашлы 16 балалар баҡсаһы һәм 7 колледж бинаһы ремонтланасаҡ.

Радий Хәбиров белем биреүҙе яҡшыртыу буйынса һөҙөмтәләрҙе барланы. “Үҫеш нөктәләре”, “IT-кубтар”, “Кванториум” технопарктары ассабыҙ, – тине ул. –   215 спорт залы, 25 асыҡ спорт майҙансығы ремонтланды. Төбәк бюджеты иҫәбенә Евразия Фән һәм белем биреү үҙәге вуздары менән берлектә 15 предуниверсарий астыҡ, уҡыусыларҙың 265 проектына булышлыҡ күрһәттек”.

Һәләттәрҙе үҫтереү хаҡында

Быйыл республика уҡыусыларҙың интеллектуаль олимпиадалары йомғаҡтары буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә ингән. Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса алтынсы урынды алғанбыҙ. Премиялар Олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына – 300 мең һумға, уларҙы әҙерләгән педагогтарға 150 һумға еткерелгән.

Артабан Башлыҡ еңеүселәрҙең береһе –  Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейы уҡыусыһы Дмитрий Вылубковты телгә алды. Дима быйыл март айында Рәсәй йыйылма командаһы составында 1-се Халыҡ-ара математика олимпиадаһында алтын миҙал яулаған һәм әле Мәскәү физика-техника институтында уңышлы уҡып йөрөй. Уның педагогы Айҙар Рәсүл улы Миңләхмәтов математика буйынса быйыл ғына ла 100 баллы дүрт баланы әҙерләгән. Уның тәрбиәләнеүселәре йылдың-йылы олимпиадалар еңеүсеһе йә призеры була. Радий Хәбиров Айҙар Рәсүл улына рәхмәт белдерҙе һәм яңы уңыштар теләне.

Артабан ул Өфөлә федераль бюджеттан төҙөләсәк математика лицей-интернаты тураһында һөйләне. Был үтенес менән Башлыҡ ил Президентына мөрәжәғәт иткән һәм хуплау тапҡан. “Беҙ бөтә республиканың һәләтле балалары өсөн заманса үҙәк булдырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. –  Уҡытып сығарылған уҡыусылары менән илебеҙ ғорурланырлыҡ уникаль мәктәп буласаҡ ул”.

Буласаҡ белгестәргә һәм йәш ғалимдарға

Етәксе былай тине: “Башҡортостан 2022 йылдан алып “Профессионалитет” федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Беҙҙә 14 белем биреү һәм белем биреү- производство кластеры эшләй. Киләһе йылдан йәнә бишәү өҫтәләсәк. Мәғариф һәм фән министрлығына тағы  ла биш яңы кластер асыуға ғариза әҙерләргә ҡушам”.

Фәнде үҫтереү тураһында

 “Фән һәм юғары мәктәп темаһына айырым туҡталам, – тине Башлыҡ. – Беҙҙең Президент технологияларҙы производствоға йылдам индереү, иҡтисадтың  фәнни эшләнмәләр күпләп талап ителгән тармаҡтарына кадрҙар әҙерләү, фән һәм эшҡыуарлыҡтың кооперацияһын көсәйтеү буйынса күләмле бурыстар ҡуйҙы. Беҙҙең республикала күп тармаҡлы иҡтисад өсөн фән иң мөһим үҫеш нөктәһе булып тора. Евразия Фән һәм  белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге арҡаһында биш йыл эсендә 8 меңдән ашыу заманса эш урыны булдырылды. 400-ҙән ашыу етештереү технологияһы һәм юғары технологиялы продукция эшләнде һәм етештереүгә индерелде. Алты мега-лаборатория, 18 йәштәр лабораторияһы, алдынғы инженерлыҡ мәктәбе бар”.

Етәксе киләһе йылдан “Йылдың йәш ғалимы” исеме булдырыласағын белдерҙе: 150 меңәр һумлыҡ ете исемле премия – республика фәненә йәш тикшеренеүселәр индергән өлөштө таныу алымы.

Радий Хәбиров ғорурланырлыҡ тағы бер уңышты телгә алды: былтыр йәш ғалимдарға булышлыҡ  буйынса төбәктәр рейтингында беҙ Рәсәйҙә иң яҡшыһы булғанбыҙ. Фәнгә ярҙам итеү саралары дауам итәсәк, тине ул.

Евразия Фән һәм белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусы февралдә ил Президенты ҡатнашлығында асылғайны. Бөгөн унда, республика Башлығы белдереүенсә,  21 фәнни йүнәлештә 18 лаборатория эшләй; икенсе сират сиктәрендә Геном үҙәге төҙөлөп бөтәсәк; бында шулай уҡ Биоинформатика үҙәге һәм Сбербанктың IT-белгестәр әҙерләү буйынса илдәге иң ҙур “Мәктәп 21” мәктәбе эшләй.

Мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһе

Республика мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиғалар булды – Китап байрамы, сәнғәт фестивалдәре, форумдар үтте. Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо, 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде. Цирк бинаһын яңыртыуҙы федераль программаға индереүгә өлгәшелгән.  Китапханалар, филармониялар яңыртыла, 2026 йылдан балалар сәнғәт мәктәптәре төҙөләсәк.  Өфөлә музейҙар кварталы булдырып, киләһе йыл Ҡайтарылған исемдәр музейы асыласаҡ.

“Бөгөн республика заманса Музыка йортона ныҡлы мохтажлыҡ кисерә, ул киң күләмле ижади идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк”, – ти Башлыҡ.

2025 йылдың иң әһәмиәтле ваҡиғаһы хаҡында

Киләһе 2025 йылдың мөһим ваҡиғаһы – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү. “Был байрам беҙҙе өлкән быуындарҙың ҡаһарманлығына һәм батырлығына, ныҡлығына һәм  ҡаҡшамаҫ рух көсөнә тиңләшергә саҡыра. Был залда – махсус хәрби операция ҡатнашыусылары.  Үҙегеҙҙең ғәскәри хеҙмәтегеҙ менән, ҡәҙерле яугирҙәр, Башҡортостандың геройҙар төйәге  һәм Ватандың ышаныслы терәге икәнен иҫбатлайһығыҙ. Йәштәребеҙҙе Ватан һаҡсыларының бөтә быуындары ҡаһарманлығында ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләйбеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһенең һуңында, тыуған республикабыҙҙың сәскә атыуы хаҡына бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырыбыҙға ышаныс белдереп.

Фото: БР Башлығының рәсми сайты һәм Башинформ.

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимәләр һөйләне
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимәләр һөйләне
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас