-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2024, 18:45

Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте

13 декабрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте.  Унда Башҡортостандан, илдең төрлө төбәктәренән, башҡа илдәрҙән килгән 500-ҙән ашыу делегат  ҡатнашты. Бөгөн пленар ултырыштар булды һәм секциялар эшләне. Делегаттар ғына түгел, йыйын барышын иғтибар менән күҙәткән барлыҡ башҡорт халҡы республика етәксеһе Радий Хәбировтың сығышын көттө. Кисә генә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай алдында йөкмәткеле һәм рухландырғыс Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаған Башлыҡ бөгөн дә аныҡ эштәр, үтәлерлек пландар тураһында һөйләне.

Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте

Халыҡта “тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тигән фәһемле әйтем бар. Шанлы тарихыбыҙҙы, үткәндәрҙә ятып ҡалған мәшһүр шәхестәребеҙҙе белеү – халыҡтың берлеген һәм ныҡлығын тотоп торған нигеҙ ул.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Ҡоролтайҙың үткән бишенсе йыйынында (2019) милли батырыбыҙ генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ителгәйне.

“Һеҙҙең менән беҙ быны эшләнек. Бөгөн Совет майҙаны беҙҙең өсөн мөһим урынға, ә Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов барлыҡ башҡорт халҡы улдарының ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек символына әйләнде. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Башҡортостан яугирҙәре, үҙҙәренең олатайҙары кеүек үк, йәнә Совет майҙанынан махсус хәрби операция сиктәрендә нацизм менән көрәшкә китә. Традицияны дауам итәбеҙ – әлеге Ҡоролтайҙа Өфөлә махсус хәрби операция батырҙарына һәйкәл ҡуйырға ҡарар ҡабул итәбеҙ. Әҙерлек эштәрен башларбыҙ, конкурс иғлан итербеҙ. Һәйкәлде ҡуя торған урыныбыҙ билдәле инде. Был юлы ла беҙгә танылған яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ярҙам итергә әҙер”,  – тине Радий Хәбиров.

Данлы тарихи милләттәштәребеҙгә һәйкәлдәрҙе башҡа төбәктәрҙә лә ҡуябыҙ. Радий Хәбиров уларҙы һанап сыҡты: Пермдә – мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовҡа, Һамар өлкәһендә – башҡорт тел белеменә нигеҙ һалған Ғәббәс Дәүләтшинға, Пермь крайында Уложение комиссияһының башҡорттарҙан беренсе депутаты, сәнәғәтсе Туҡтамыш Ишбулатовҡа    һәйкәл бар хәҙер.

Шәхестәрҙең исемдәре бөгөнгө эштәребеҙгә килеп тоташа.

“Мәшһүр башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөн –  21 октябрҙе Милли бейеү көнө тип иғлан итеүҙе кәрәк һанайым”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.  

“Аманат” журналын уҡыр йәштәгеләргә ҡағылған һорауҙарҙан иң мөһиме – туған телде өйрәнеү мәсьәләһе. 

Радий Хәбиров хәтерләтеүенсә, V ҡоролтайҙа уҡытыуҙың хәҙерге заман методикалары һәм уҡыу әсбаптары булмауы, флагман проекттарының юҡлығы, башҡорт теленең дәүләт учреждениеларында ҡулланылмауы билдәләнгәйне.  Башлыҡ был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын таба алмайынса аптырап ҡалыуын да йәшермәне. “Ә тел булмаһа, беҙ ҙә булмайбыҙ бит, бер нәмә лә булмай. Һәм беҙ был мәсьәләләр тураһында ижади интеллигенцияның иң яҡшы вәкилдәре, билдәле методистар менән йыйылып фекер алыштыҡ”, – тип иҫкә алды был йүнәлештәге эшмәкәрлектең башын республика етәксеһе. Ул башҡорт телен өйрәтеүсе мобиль ҡушымталарҙың авторҙашы булған Гөлфирә Риф Ҡыҙы Абдуллинаға, башҡорт  теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса тикшеренеүсе Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталовҡа, заманында БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын асыуҙа ҡатнашҡан Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафинға әлеге проблемаларҙы хәл итешеүҙәге ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала башҡорт телен үҫтереү өсөн өгөтләү, инандырыу, телгә хөрмәт тәрбиәләү юлы һайланған. Һәм был алым емештәрен бирә. Хәл тамырҙан үҙгәргән.

Быйыл башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе уҡыусыларҙың 80 проценты һайлаған. Яңы методикалар, мобиль ҡушымталар бар. Айгиз Ҡунафин “Һомай” аҡыллы колонкаһын эшләне. Йыл һайын Башҡортостан Башлығының телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары бирелә. Быйыл, мәҫәлән, 33 ойошмаға 50 миллион һум бирелгән. Полилингваль гимназиялар асыла. Уларҙың һаны һигеҙгә еткән. Етәксе селтәрҙең артабан киңәйтеләсәген белдерҙе. Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант йыл һайын үткәрелеп, донъяның төрлө мөйөштәренән йөҙҙәрсә мең кеше ҡатнаша. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән уның етәксеһе Гөлназ Йосопованың әүҙем эше билдәләнде.  Һүҙ ыңғайында Радий Хәбиров һәммәһен иртәгә билдәләнәсәк Башҡорт теле көнө менән ҡотланы.

Башлыҡ балаларҙың башҡорт телен бәләкәйҙән өйрәнә башлауын мөһим тип һанай. “Был эш бөгөн 800-ҙән ашыу балалар баҡсаһында үткәрелә, ләкин беҙгә балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү методикаһын камиллаштырырға, уны еңел һәм мауыҡтырғыс итергә кәрәк. Был тәңгәлдә Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорттар ҡоролтайы, Аҡмулла исемендәге педуниверситет, Мәғарифты үҫтереү институты эшләргә тейеш”, – тине Радий Хәбиров.

***

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн тағы бер бөйөк шәхесебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыу тураһындағы тәҡдимен ишеттерҙе. Урал Таһир улы ғаиләлә  башҡорт телен өйрәнеүгә ярҙамға махсус гранттар биреү, тел өйрәнеүҙе еңелләштереү өсөн методик базаны яңыртыу кәрәклеген дә билдәләне, сөнки “балаларҙың мәктәптә генә башҡорт телен өйрәнеп, өйгә ҡайтҡас русса һөйләшеүенән фәтеүә булмаҫ”, – тине ул.

***

Ҡоролтайҙың пленар ултырышында сығыш яһаусылар Башҡортостандың, башҡортостандарҙың һәм башҡорт халҡының Рәсәй дәүләтен нығытыуға индергән өлөшөн юғары баһаланы. Ҡоролтай үҙе күп милләтле Рәсәйҙең берҙәмлеген, тупланғанлығын нығытыуға ҙур өлөш индерә. Атап әйткәндә, Рәсәй халыҡтары йорто директоры Анна Полежаева иңгә-иң тороуыбыҙҙы, берҙәм Рәсәй халҡы булыуыбыҙҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды.

***

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының етәкселеген һайланылар. Ҡоролтай президиумының быға тиклемге етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов яңы мөҙҙәткә һайланды.  

***

VI  Ҡоролтай барышында тематик секциялар эшләне:

- Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына булышлыҡ итеү дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы

- Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү

- Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше

- Йәштәр, доброволецлыҡ һәм спорт

- Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары

- Демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә

- Социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ

- Территориялар менән эш.

Һәр секция үҙ эшенең оҫталарын, әүҙемселәрҙе берләштерҙе. Фекер алышыуҙарҙың йомғаҡтары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының артабанғы эшмәкәрлегендә ҡулланыласаҡ.

***

Совет скульпторы, Салауат Юлаев һәйкәленең авторы Сосланбәк Тавасиевтың ейәне Ростан Тавасиев Ҡоролтайҙа ҡунаҡ сифатында ҡатнаша. Ростан да рәссам, скульптор.

“Олатайымдың исеме бында онотолмауы, мәҙәниәтте үҫтереүгә ярҙам итеүе мине бик тулҡынландыра һәм шатландыра. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булдырған С. Тавасиев исемендәге премия талантлы кешеләргә бирелә,  һәм уны тапшырыуҙа ҡатнашыу минең өсөн ҙур дәрәжә. Башҡортостанда мин беренсе тапҡыр ғына түгел, һәр килеүем бәхетле итә, артабан да килеп торасаҡмын”, – тигән хәбәрсегә Ростан Тавасиев. 

***

Ырымбур өлкәһенән килгән делегаттар Линера Кәлимуллина һәм Әлиә Әбүзәрова башҡорт теле  секцияһы эшендә ҡатнаша. Улар үҙҙәре йәшәгән Орск ҡалаһында балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү курсын асырға йыйына. Орскиҙа 4 мең башҡорт йәшәй, уларҙың балаларының күбеһе туған телен, мәҙәниәтен, тарихын белмәй. Орск вәкилдәре ошо етешһеҙлекте бөтөрөү тураһында хыяллана.

***

Ханты-Манси автономиялы округы-Югралағы БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы–Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Динә Бүләкова республика Башлығы Радий Хәбировтың пленар ултырыштағы сығышынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

“Әле республика Башлығы ҡатнашлығындағы пленар ултырыштағы сығыштарҙы тыңлап, күҙҙәрем йәшләнде. Ул бик дөрөҫ әйтте: беҙҙең күп милләтле илебеҙҙә Башҡортостан халҡы ҙур татыу ғаилә булып йәшәй һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыу шарты нәҡ шунда бит инде. Ғәмәлдә, үткән ҡоролтайҙан һуңғы биш йыл эсендә мәҙәниәт, фән, мәғариф өлкәһендә ифрат ҙур  эштәр башҡарылған. Был МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙе лә, яңы музей үҙәктәрен асыуҙы ла, билдәле шәхестәрҙең иҫтәлеген һәм исемдәрҙе мәңгеләштереүҙе лә үҙ эсенә ала. Бөтә йүнәлештәр буйынса  киң күләмле системалы эш алып барыла. Тыуған төйәгебеҙҙән алыҫта йәшәп тә был хаҡта ишетеп торабыҙ. Былар барыһы ла – Радий Хәбиров етәкселегендәге республикабыҙ етәкселеге һәм уның берҙәм командаһы арҡаһында”.

Югранан Өфөгә 15 кешелек делегация килгән. Бүләкова әйтеүенсә, округта, рәсми һандарға ярашлы, 37 меңләгән башҡорт йәшәй, ғәмәлдә бынан күберәк.   Яҡташтар менән эш ярайһы уҡ һәйбәт бара, башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре асылған, улар йәмәғәтселек башланғысында эшләй. Шулай уҡ йәйәнән атыу, милли бейеү йәмғиәттәре бар. Ҡунаҡ ойошма эшмәкәрлегенә республиканан ярҙам булырына өмөтләнә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының етәкселеген һайланылар. Ҡоролтай президиумының быға тиклемге етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов яңы мөҙҙәткә һайланды.  

Башинформ мәғлүмәттәре һәм фотолары файҙаланылды.

Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайы үтте
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас