«Беҙҙең Башҡортостандың уҡыу йорттары Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан йәки башҡа яҡтарҙың уҡыу йорттарынан бер ҙә ҡалышмай. Һәм мин быға инанам. 9-сы синыфтан үҙемде химия уҡытыусыһы, мәктәптә сағымдағы үҙем кеүек маҡсатҡа ынтылыусан балалар әҙерләүсе итеп күрҙем, улар һөҙөмтәләренә шатланам, олимпиадалар ойоштороуҙа ҡатнашам һәм үҙем өсөн иң яҡшы мөхиттәмен тип күҙалланым», — ти Вадим Харисов.
Ул үҙенең өйө өсөн яуаплылыҡ тойоуын билдәләне. Уның өй тигәнендә тотош тыуған төйәге аңланыла. Ул өйҙә икмәк еҫе аңҡырға, ул өй дуҫлыҡ, мөхәббәт, бәхет менән тулы булырға тейеш. Ул өй йәшәһен өсөн ситкә китмәҫкә, ошонда балалар үҫтерергә кәрәк. Шулай тип иҫәпләй Вадим.
Ҙур ярыштарҙа йөрөгәндә Харисов башҡаларҙың Башҡортостанды белеүенә, уға хөрмәт менән ҡарауына шаһит булған. Сит яҡтарҙа сағында һәр ваҡыт тыуған яғы менән ғорурланған.
Вадим үҙе һәм башҡа йәштәр алдына ҙур бурыс ҡуя: Башҡортостан – бөйөк ил составында данлы тарихҡа эйә булған төбәк. Беҙ Башҡортостандың киләсәге үткәндәрҙән кәм булмауын күрһәтергә тейеш, тип иҫәпләй ул.
Студенттың фекеренсә, бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Өфө –Рәсәйҙә алдынғы фәнни үҙәктәрҙең береһе, ә йәш ғалимдарға ярҙам кимәле буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында тора. Вадим донъя кимәлендәге тикшеренеүҙәр өсөн бөтә шарттар булдырылған Өфө ғилми-уҡыу үҙәге һәм кампус менән ғорурлана.
“Мин Башҡортостанға ышанам, уның мөмкинлектәренә ышанам һәм төбәгебеҙҙең бөйөк тарихының бер өлөшө булырға теләйем, тыуған еребеҙҙең сәскә атыуына үҙ өлөшөмдө индергем килә», — тип тамамланы һүҙен Вадим.
Сығанаҡ: Башинформ.