-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2024, 08:58

Яңы Мөсәттәр, афарин!

Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе Яңы Мөсәт филиалының 6-сы класс уҡыусылары журналдың киләһе ярты йыллығына дәррәү яҙылдылар. Улар барыһы ла "Аманат" журналының яҡын дуҫтары. Уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы улар.

Яңы Мөсәттәр, афарин!
Яңы Мөсәттәр, афарин!

Һаумыһығыҙ , хөрмәтле "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре!
Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе Яңы Мөсәт филиалының 6-сы класс уҡыусылары журналдың киләһе ярты йыллығына дәррәү яҙылдылар. Улар барыһы ла "Аманат" журналының яҡын дуҫтары. Уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы улар. Район, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙан да артта ҡалмайҙар, призлы урындар алыуға өлгәшәләр. Ҡыуандыҡов Тимур район һәм республика күләмендә уҙғарылған әҙәби бәйгеләр еңеүсеһе, шиғыр һөйләү оҫтаһы. Алина Ишкинина, Айгүзәл Хәсәнова, Лиә Шәрипова, Юлиана Бирҙекәева мәктәптә үткәрелгән һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәйҙәр. Гөлзәмиә Дәүләтшина уҡыу алдынғыһы булыу менән бер рәттән, шашка, уҡтан атыу буйынса район чемпионы ла. Илгиз Ҡасҡынбаев, Азалия Хәлиуллина ла класс тормошонда дөйөм эштәрҙә әүҙем ҡатнашалар. Киләсәктә лә яратҡан журналыбыҙ менән бәйләнеш өҙөлмәҫ, яңы дуҫтар табылыр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булыр тип сәләм ебәреп ҡалалар уҡыусылар.
Класс етәксеһе: Нәфисә Абдулла ҡыҙы Әхмәтова

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас