+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2024, 10:51

Тәбиғәт серҙәрен өйрәнәләр

Ылымыҡ күҙәнәктәрен микроскоп аша ҡараһаң, ябай ғына һыу үләненең төҙөлөшөн күреп аптырайһың. Йәнле тәбиғәттә һәр үҫемлек – үҙенә күрә  айырым бер тормош кеүек ул.  Тәбиғәттә һәр нәмә камил.  Өфөнөң Ә. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһы 8-се “Д” профориентация синыфы уҡыусылары ла Башҡорт дәүләт педагогия университеты тәбиғәт-география факультеты ғалимдары ойошторған “Йәш альголог” сараһына барып, күп мәғлүмәт белеп ҡайтҡан.

Тәбиғәт серҙәрен өйрәнәләрТәбиғәт серҙәрен өйрәнәләр
Тәбиғәт серҙәрен өйрәнәләр

Балалар биш кабинетта булған. Ылымыҡ күҙәнәктәрен микроскоптан ҡарауҙан тыш,  колбала химик матдәләрҙе бергә ҡушып, ашлама өсөн иретмә алғандар, шыйыҡлыҡ күләмен автоматик үлсәй торған дозатор тигән ҡорамалды ҡулланып өйрәнгәндәр, микроорганизмдарҙы компьютер ярҙамында фотоға  төшөрөү барышы менән танышҡандар, цианобактериялар тураһында күп нәмә белгәндәр, ҡыяр  тамырының һәм үрендеһенең ауырлығын, оҙонлоғон үлсәгәндәр, микроскоптан диатомлы ылымыҡ төрҙәрен ҡарап,  атамаларын яҙып, һүрәттәрен төшөрөп алғандар.

Уҡыусылар был ҡыҙыҡлы сәфәр өсөн гимназияның биология уҡытыусыһы Ғафаров Федан Фаяс улына һәм Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыларына рәхмәт белдерә.

Сығанаҡ: 39-сы гимназияның телеграм-каналы.

Тәбиғәт серҙәрен өйрәнәләр
Тәбиғәт серҙәрен өйрәнәләр
Тәбиғәт серҙәрен өйрәнәләр
Тәбиғәт серҙәрен өйрәнәләр
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас