Хакимиәт башлығының тг-каналынан икенсе бер яңылыҡ тимераяҡта шыуырға теләгән бәләкәйҙәргә ҡағыла. Булат Мусин ата-әсәләр үтенесе буйынса “Туймазы-арена”ға ярҙамсы “пингвиндар” алыу тураһында хәбәр итә. “Пингвин” ҡоролмалары боҙға яңы баҫҡан балаларға ярҙамсы итеп ҡулланыла. “Пингвин”ға йәбешеп, балалар ҡурҡмай, йығылмай шыуырға өйрәнә.
Ә өсөнсө яңылыҡ Туймазы дәүләт юридик колледжы студенттарының еңеүе тураһында һөйләй. Мәскәүҙә Ситуацион үҙәктә “Еңеү ирекмәндәре”, йылға йомғаҡ яһап, “Еңеүҙәргә әҙер!” халыҡ-ара премияһы еңеүселәрен иғлан иткән. “Иң яҡшы йәмәғәт үҙәге” номинацияһында Туймазы колледжы студенттары, Мәскәү һәм Пятигорск командаларынан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды яулаған. Йәмәғәт үҙәгенә Туймазы юридик колледжы студенттары Ильяс Ситдиҡов, Азиза Халикова, Иван Алчинов, Карина Әйүпова һәм уларҙың етәксеһе Ольга Сафонова инә.
Сығанаҡ: Булат Мусиндың тг-каналы.