+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2024, 07:05

2025 йылға БДИ һәм ТДИ көндәре раҫланған

РФ Мәғариф министрлығы менән Рособрнадзор  киләһе йылда берҙәм дәүләт имтиханы менән төп дәүләт имтиханын үткәреү көндәрен билдәләгән. Бына БДИ үткәреү осорҙары:

2025 йылға БДИ һәм ТДИ көндәре  раҫланған2025 йылға БДИ һәм ТДИ көндәре  раҫланған
2025 йылға БДИ һәм ТДИ көндәре раҫланған

21 март –  21 апрель – ваҡытынан алда тапшырыу осоро.

23 май – 23 июнь – төп  осор.

4–23 сентябрь – өҫтәмә осор (резерв осорҙо ла индереп).

3 һәм 4 июль – предметтарҙың берәйһен ҡайтанан биреү көндәре.

 

БДИ-ның төп осорондағы имтихандар:

23 май – тарих, әҙәбиәт һәм химия.

27 май – математика (база һәм профиль кимәлдәре).

30 май – рус теле.

2 июнь – йәмғиәт белеме, физика.

5 июнь – биология, география, сит телдәр буйынса яҙма эш.

11, 12 июнь – информатика, сит телдәр буйынса телдән имтихан.

16–23 июнь – бөтә предметтар буйынса имтихандарға резерв көндәр.

 

9-сы синыфты тамамлаусылар өсөн ТДИ ла өс осорҙан тора:

22 апрель – 17 май – ваҡытынан алда тапшырыу осоро.

21 май – 2 июль – төп осор.

2 – 23 сентябрь – өҫтәмә осор.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас