Форум Рәсәйҙәге бер нисә әһәмиәтле ваҡиғаға – Ғаилә көнөнә, әҙиптәр Михаил Лермонтовтың тыуыуына 210 йыл, Александр Пушкиндың тыуыуына – 225 йыл, полководец Александр Суворовтың тыуыуына 295 йыл тулыуға арналған.
Бөтә илдән йыйылған балалар төрлө яҡлы һәләттәрен, оҫталыҡтарын күрһәткән, таҫыллыҡта, йылдамлыҡта, зирәклектә ярышҡан.
Өфө үҫмерҙәре күп наградалар менән ҡайтҡан. 50-нән ашыу шәхси һәм команда еңеүе менән ҡотларға мөмкин уларҙы. Гимназия командаһы, мәҫәлән, “Визит карточкаһы” конкурсында, уҡыусыларҙың тикшеренеү конференцияһында, “Иң яҡшы көйәрмәндәр командаһы”, “Беҙ һинең менән, Рәсәй!” патриотик йыр конкурстарында, мини-футбол ярышында беренселекте яулаған. Ләкин иң төп еңеү – барлыҡ командалар араһында беренселекте алыу, әлбиттә.
Шәхси ҡаҙаныштар ҙа етерлек. Таһир Рәхимйәнов, Родион Кулинич һәм Глеб Бердников ГТО нормативтарын тапшырып алтын значоклы булған, Серафима Бобкова менән Дарина Әминева тикшеренеү конференцияларында береһе Гран-при, береһе икенсе урында яулаған. Диана Хәсәнова һәм Әминә Биктаһирова “Минең ғаиләмдең үҙенсәлекле йолалары” ижади эссеһын яҙыуҙа беренсе урынды алған.
Уҡыусыларҙы синыф етәксеһе Елена Әминева менән музыка уҡытыусыһы Лена Ғәлләмова ҡарап-хәстәрләп йөрөтөп алып ҡайтҡан.
Сығанаҡ: Молодежная газета.