Әлбиттә, йыл аҙағында иң-иң әүҙем уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡотлап үтәбеҙ. Кемдәр ул беҙҙең быйылғы йәш хәбәрселәребеҙ? Ә “Аманат” журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты исемен кемдәр яуланы икән? “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр конкурстары, “Мин донъяны һүрәтләйем” һүрәттәр конкурсы, “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсы еңеүселәре тураһында тап һыуығай һанында белерһегеҙ.
Ҡыш бабай, ҡарһылыу, йыл хужаһы – йылан тураһындағы башҡа бер ерҙә лә яҙылмаған иҫ киткес ҡыҙыҡлы факттар тураһында ла тап “Аманат”ты уҡып хәбәрҙар булырһығыҙ.
12 декабрь – Башҡорт теле көнө үтте. Әлфиә Аҡбутинаның Алтаҡта: хаталар өҫтөндә эш!, тип исемләнгән мәҡәләһе барыһына ла ҡыҙыҡ булыр тип ышанабыҙ.
“Мөхәббәтле ҡышым!”... “Мәңгелек сер” рубрикаһына ошондай башһүҙле хаттар ҙа килә ул! Исемен “Айһылыу” тип билдәләгән һылыу мөхәббәт тарихын яҙған.
Ошо урында беҙ сер һандығын ябып торайыҡ. Тиҙҙән һеҙ үҙегеҙ ҙә журналды ҡулығыҙға алып, бер тында йотлоғоп уҡып сығырһығыҙ. Ә кемдәр “Аманат”ҡа 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылып өлгөрмәгән – уларға тиҙ арала яҙылырға өндәйбеҙ! Әлеге ваҡытта Яратҡан гәзит, журналдарығыҙға яҙылырға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды! Һәм һеҙгә тағы бер мөмкинлек - “Яңы йыл” марафоны акцияһын бүләк итәбеҙ! Республика, ҡала йәки район баҫмаһына 10 процент ташлама менән яҙылығыҙ һәм робот-саң һурҙырғыс отоғоҙ!! Акция 16-20 декабрҙә уҙасаҡ. Шулай уҡ "Аманат"тың "Яҙыл да бүләк от" конкурсында ҡатнашып Төп бүләк - велосипедты ла ота алаһығыҙ!