+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2024, 11:26

Баш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡан

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев баш ҡала  хакимиәте башлығы стипендияларын алыусылар менән осрашҡан.

Баш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡанБаш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡан
Баш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡан

Был стипендия уҡыуҙа, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә, ижадта, спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларға бирелә. Улар ҡаланың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

“Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, балаларҙа заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләренә ярайһы уҡ өлкәндәрсә ҡараш формалашҡан да инде. Мөрәжәғәттәр араһында Өфөнө, республикабыҙҙы үҫтереү буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар. Һәр ҡайһыһын ҙур киләсәк көтә, тип ышанам. Ә беҙ мөмкин булған тиклем уларҙың бөтә проекттарын, башланғыстарын хуплаясаҡбыҙ”, – тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Ратмир Мәүлиев был ваҡиға айҡанлы.

Стипендияға дәғүә итеп 180 ғариза бирелгән, конкурс һөҙөмтәһендә  60 бала һайлап алынған. Улар дөйөм белем биреү ойошмаларында һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡый. Быйылдан стипендия күләме арттырылып  5 мең һумға еткән.  

Сығанаҡ: Башинформ.

Баш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡан
Баш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡан
Баш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡан
Баш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡан
Баш ҡала мэры Өфө стипендиаттары менән осрашҡан
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас